Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Апрель , 11:29

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Изге Рамаҙан айында хәйбуллалар яугирҙарға тушенка әҙерләне. Быҡтырылған ит әҙерләү башланғысы менән Хәйбулла районы ылаҡсылар командаһы сыҡҡан. Йыйылма команданың капитаны – Иҫәнгилде ауылынан крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Нур Күсәрбаев һәм уйынсы – Яңы Петровка ауылынан шәхси хужалыҡ етәксеһе Владимир Матвеев ат һуйған.

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Изге Рамаҙан айында хәйбуллалар яугирҙарға тушенка әҙерләне. Быҡтырылған ит әҙерләү башланғысы менән Хәйбулла районы ылаҡсылар командаһы сыҡҡан. Йыйылма команданың капитаны – Иҫәнгилде ауылынан крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Нур Күсәрбаев һәм уйынсы – Яңы Петровка ауылынан шәхси хужалыҡ етәксеһе Владимир Матвеев изге айҙа ат һуйып, тушенка әҙерләү өсөн 239 килограмм самаһы йылҡы итен район үҙәгенең мәғариф учреждениеларына тапшырған. Ил һаҡсыларыбыҙ тыуған яҡтың күстәнәсен ашап ҡыуанһындар, тиҙерәк еңеү менән барыһы ла иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар тигән теләктәрен еткерә улар.

 Аҡъяр ауылының мәктәптәре һәм балалар баҡсалары ашханаларында уңған ҡатын-ҡыҙҙар тиҙ арала 186 банка быҡтырылған ит тултырып та   ҡуйған. Яҡын арала улар тыуған яҡтың ҡайнар сәләме булып яҡташтарына оҙатыласаҡ.

Ылау имен барып етеп, һалдаттарға тыуған яҡ сәләмен еткерһен, күстәнәстәр көс-дәрт өҫтәһен. Афарин, хәйбуллалар!  Изге ғәмәлдәрегеҙҙең сауабы насип булһын!

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: