Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Апрель , 14:43

Аҡъегеттәр "Шәжәрә" байрамына йыйыла

-

Аҡъегеттәр "Шәжәрә" байрамына йыйыла
Аҡъегеттәр "Шәжәрә" байрамына йыйыла

Был хаҡта Аҡъюл ауыл биләмәһе хакимиәте хәбәр итә:
"Тыуған яҡ һәр кем өсөн ғәзиз, ҡәҙерле. Шуға күрә беҙ уның тарихын яҡшы белергә, тәбиғәтен һаҡларға, кешеләре менән ғорурланырға тейешбеҙ. Шәжәрә тамырҙарын барлау, был сылбырҙы үҙебеҙҙән һуң килер быуындарға ышаныслы тапшырыу маҡсатында быйыл июнь айында Аҡъегет ауылында шәжәрә байрамы уҙғарыу ниәтләнгән. Быуындар сылбыры өҙөлмәһен, рух байрамынан ситтә ҡалмағыҙ, барығыҙҙы ла ошо мәртәбәле осрашыуҙа көтөп ҡалабыҙ, яҡташтар!
Сара 22 июнь Аҡъегет ауылында уҙасаҡ. Шулай ук сараға әҙерлек сиктәрендә өмәләр (суботтниктар) ҡаралған. Юлды, зыяратты рәткә килтереү, ауыл ҡоҙоғон ҡаплау, уны кәртәләү, буяу кеүек эштәр күҙалланған. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә арналған һәйкәлде рәткә килтереү, яугирҙәрҙең исемдәрен өҫтәп яҙыу эштәре лә күҙ уңында тотола".

 

Сығанаҡ: район хакимиәте.

Автор:
Читайте нас: