Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Апрель , 15:49

Баҫыуҙарға төшөр мәл етә

Бөгөн Яңы Украинка ауылында яҙғы сәсеү эштәрен  үткәреү буйынса агросеминар үтте.

Баҫыуҙарға төшөр мәл етә
Баҫыуҙарға төшөр мәл етә

Бөгөн Яңы Украинка ауылында яҙғы сәсеү эштәрен  үткәреү буйынса агросеминар үтте. Унда район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге етәкселәре һәм белгестәре, Башҡортостан Республикаһы буйынса “Росельхозцентр” вәкилдәре, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары башлыҡтары   һәм башҡалар ҡатнашты.

Семинарҙы район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов асты. Ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәрҙең яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлеге тураһында район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илмир Ҡотоев сығышы яһаны. Сәсеү эштәрен үткәреү планы һәм агрометеорологик хәл торош тураһында район хакимиәтенең ауылы хужалығы бүлеге начальнигы Александр Буренин, техникаларҙың яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлеге тураһында район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегенең баш белгесе Фаил Бикбов мәғлүмәт бирҙе.

Тағы ла семинарҙа субсидия юллау, игенде экспортлау, ауыл хужалығына кадрҙар йәлеп итеү, игендең дәүләт мониторингы, район хужалыҡтарында орлоҡ әҙерләү һәм уның сифаты һәм башҡа файҙалы мәғлүмәттәр бирелде.

Семинар һуңында актив тормош позицияһы һәм йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн бер төркөм крәҫтиән-фермер хужалығы башлыҡтарына район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды.

 

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас: