Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Апрель , 11:35

СӘЛӘМӘТЛЕКТЕ ҠАҠШАТЫУСЫ ХИСТӘР

Австрия ғалимы, психология һәм психосоматика өлкәһендәге белгес Вольфанг Грубер тикшереү үткәреп, биш йыл дауамында 2 мең кешене өйрәнгәндән һуң, сәләмәтлеккә кире йоғонто яһаусы 5 хис-тойғоно айырым билдәләгән.

СӘЛӘМӘТЛЕКТЕ ҠАҠШАТЫУСЫ ХИСТӘР
СӘЛӘМӘТЛЕКТЕ ҠАҠШАТЫУСЫ ХИСТӘР

✅КӨНЛӘШЕҮ
Көнсөл кешеләр башҡалар менән сағыштырғанда 2,5 тапҡыр күберәк инфаркт кисерә. Ғалим билдәләүенсә, көнсөллөк—йөрәк өсөн ағыу.
✅ҠЫҘҒАНЫУ
Тикшеренеү иҫбатлауынса, был тойғо организмдың гормональ статусын боҙа, енси гормондарҙы, атап әйткәндә тестостеронды кәметә. Был ирҙәр өсөн хәүефле. Был хис ваҡсыл һәм яһил (тиран) кешеләргә хас.
✅ҮҘ-ҮҘЕҢДЕ ҒӘЙЕПЛӘҮ
Үҙеңде ғәйепле тойоу яман шеш сиренә килтерә. Улар һыуыҡ тейҙереп тә йыш ауырый. Ғалимдар әйтеүенсә, кеше һаулығының 80 проценты психологик хәл-торошҡа бәйле.
ҮҘ-ҮҘЕҢДЕ ЙӘЛЛӘҮ
Был тойғо бауырҙа проблема тыуҙыра, ацетилхолин—хәлһеҙлек гормоны бүленә, ҡандағы шәкәрҙе кәметә. Тамаҡ ашауға бәйле проблемалар сыға.

БИШЕНСЕ ХИС - ҺАРАНЛЫҠ

Бындай кешеләр аш эшкәртеү системаһына бәйле проблемаға осрай. Булимия йә анорексия булыуы ихтимал. Һаранлыҡ тойғоһо янында һәр саҡ көрсөк йөрөй.

 

Фото: mykaleidoscope.ru

Сығанаҡ: https://ataisal.com/articles/feker/2024-04-12/s-l-m-tlekte-a-shatyusy-hist-r-3724816?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=39548826 

Автор:
Читайте нас: