Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Апрель , 11:17

Һеҙҙә лә балалар әйенселәйме?

Аҡъярҙа ла балалар Ғәйет байрамында  боронғо йоланы атҡарып, өйҙән өйгә йөрөп, байрам менән ҡотлай

Һеҙҙә лә балалар әйенселәйме?
Һеҙҙә лә балалар әйенселәйме?

Әйенселәү борондан килгән йола.

Уға әҙерлек  алдан башлана, йәғни Ғәйет байрамы алдынан  магазинда тәмлекәстәр алыуҙан. Кисә магазиндарҙа  балалар яратҡан  тәм том һайлаусылар бихисап ине. Бөгөн Ғәйет байрамында Аҡъяр ауылы урамдарында ла  ҡапҡанан инеү менән байрам менән ҡотлап, хәл-әхүәл  белешеп,  ҡулдарындағы пакеттарын күстәнәстәр менән тултырып, шуның менән үҙҙәре лә ҡыуанып, беҙҙе лә һөйөндәргән ҡыҙҙар һәм малайҙар күп ине.

Үҙем дә  иртәнән тәмлекәстәрҙе барлап,  бәләкәс ҡунаҡтарҙы көтә башланым. Ҡапҡа алдынан беҙгә теймәй үтергә маташыусыларын ҡул болғап, саҡырып индереп алдым. Эй, күңелле! Әйенселәүселәрҙең бәләкәс кенәләрен һөйөп, ҙурыраҡтарын  һай шәптәрем, тип маҡтап,  ҡулдарындағы байтаҡ һәлмәк пакеттарына үҙемдекен өҫтәп, улар ҡыуанғанға үҙем  икеләтә ҡыуанып бер булдым.

Ураҙа ғәйете менән һәммәгеҙҙе лә. Именлек, һаулыҡ, бәрәкәт, тыныс күк йөҙө теләйем.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: