Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Апрель , 23:35

Күршеләргә ярҙам итәйек!

Орскиҙа ташҡындан зыян күреүселәргә гуманитар ярҙам туплана. Һин дә үҙ өлөшөңдө индерә алаһың! Әйберҙәр йыйыу пункты тураһында һылтанма аша инеп уҡығыҙ!

Күршеләргә ярҙам итәйек!
Күршеләргә ярҙам итәйек!

Районда  ташҡындан зыян күргән Ырымбур өлкәһе халҡына гуманитар ярҙам йыйыла. Хәйбулла ирекмәндәре район халҡы менән берлектә бутылкаларҙа һыу һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр йыя.  Улар тәбиғәт ғәрәсәтенән зыян күреүселәргә  йүнәлтелә.

Бынан тыш, Аҡъяр ауылы, Аҡмулла урамы, 34 адресы буйынса урынлашҡан “Нур” йәштәр-үҫмерҙәр клубы базаһында әйберҙәр ҡабул итеү пункты ойошторолдо.  Кешеләр унда  оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек,  гигиена саралары һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр алып килә. Орск халҡы әйтеүенсә, уларға  тәү сиратта  постель кәрәк-яраҡтары,  дымлы салфетка,  бер тапҡыр ҡуллана торған пеленкалар, балалар һәм ололар өсөн  памперстар,  бер тапҡыр ҡуллана торған һауыт-һаба, таҫтамалдар кәрәк.  Ташҡындан зыян күреүселәр бик күп, шуға күрә улар  бөтә төр ярҙамға ла шат.

Иҫләйһегеҙме, районда тәбиғәт янғыны булғанда, бөтә республика, шул уҡ Ырымбурҙар ҙа Хәйбулла районына ярҙам ашыҡҡайны. Беҙ ҙә күршеләргә дәррәү ярҙам киләйек!

Администрация Хайбуллинского района

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: