Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Апрель , 16:39

Тәүге сиҙәмселәрҙең береһе

50-се йылдарҙа сиҙәм ерҙәрен үҙләштереү эше киң ҡолас ала. Сәсеү майҙандары киңәйтелә. Хәйбуллалар ҙа сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрен күтәрергә тос өлөш индерә.   Вәлит ауылында йәшәүсе Фәриғә Ҡыуатова ла тәүге сиҙәмселәрҙең береһе була.

Тәүге сиҙәмселәрҙең береһе
Тәүге сиҙәмселәрҙең береһе

Фәриғә Хөрмәт ҡыҙы  1940 йылдың 23 декабрендә Иҫәнгилде ауылында донъяға килгән. Атаһы һуғышҡа киткәндә алты айлыҡ ҡына булып ҡала. Ғәзиз кешеһе  яу ҡырынан әйләнеп ҡайта алмай һәм атай  ҡосағында наҙланырға тура килмәй. Һуғыш осоро балаһы булараҡ, тормоштоң әсе-сөсөһөн дә күп татырға тура килә. 3-сө кластан һуң уҡый алмай. Йәш ҡыҙ иң тәүгеләр рәтендә сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштерергә барырға теләк белдерә һәм алдынғылар сафында эшләй.

-Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән дәүерҙә һабанда ер һөрҙөм. Иҫәнгилде ауылы эргә-тирәһендәге баҫыуҙарҙы һөрҙөк. Алдынғы урында маҡтаулы эшләнем. Көҙөн ураҡ барышында комбайнда эшләнем. Был ваҡытта комбайнды ДТ тракторы һөйрәтеп йөрөнө. Шул осорҙа Хәйбуллаға сит яҡтан сиҙәм ерҙәрен күтәрергә күп килделәр. Татар ҡыҙҙары йылтыр ғына резинка итек кейеп килгәндәр ине. “Ҡалай итектәре матур”, - тип ҡыҙҙар менән һоҡланып ҡарай инек, сөнки үҙебеҙ кирза итектә йөрөнөк. Иртә таңдан ҡара кискә тиклем баҫыуҙа булдыҡ. Йәш булғас, дәртләнеп , тырышып эшләнем. Һабан төрәндәрен майлап, һәр саҡ тәртиптә тотҡан өсөн, башҡаларға өлгө итеп ҡуйҙылар. Ике ағайым тракторҙа йөрөнө, улар миңә ярҙамсы булды. Ул замандарҙа баҫыуҙар гөрләп торҙо, хатта күңелле була торғайны. Кешеләр ең һыҙғанып,  ихлас эшләне, - тип хәтер йомғағын һүтте Фәриғә Ҡыуатова.

Фәриғә Хөрмәт ҡыҙы  намыҫлы хеҙмәте өсөн “Бөтә союз ауыл хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнашыусы” һәм “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” миҙалдары һәм бихисап Почет грамоталары менән бүләкләнгән.

1958 йылдың май айында Вәлит ауылына килен булып төшә. Тормош иптәше Ғиниәтулла менән 9 балаға ғүмер бирәләр. 21 йыл бергә ғүмер кисерәләр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ире йәшләй генә вафат була. Фәриғә Хөрмәт ҡыҙы яңғыҙы балаларын яҡҡа баҫтырып, уҡытып, туйҙар яһап, оло тормош юлына сығара.

 

Мәҡәлә тулыраҡ гәзитебеҙҙең 14-се һанында.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас: