ЙӘМҒИӘТ
5 Апрель 2024, 04:36

Фейктарға ышанмағыҙ һәм уларҙы таратмағыҙ!

Бындай имеш-мимештәр тәүге тапҡыр ғына таралмай

Фейктарға ышанмағыҙ һәм уларҙы таратмағыҙ!Фейктарға ышанмағыҙ һәм уларҙы таратмағыҙ!
Фейктарға ышанмағыҙ һәм уларҙы таратмағыҙ!

Башҡортостанда биологик диверсиялар тураһында ялған хәбәрҙәрҙең яңы тулҡыны башланды. Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы үҙенең телеграм-каналында хәбәр итеүенсә, республика халҡы мессенджерҙарҙан һыу аша холера йоҡтороуы тураһында хәбәрҙәр ала.

«Фейк өсөн сәбәп булып Рәсәйҙең баш санитар табибының холераны иҫкәртеү буйынса өҫтәмә саралар тураһында ҡарары тора. Иң иғтибарлылар документтың ғәмәлдә булмауын билдәләй алған. Шуны билдәләп үтәйек, бындай имеш-мимештәр тәүге тапҡыр ғына таралмай. Республика халҡын мәғлүмәтте ышаныслы сығанаҡтарҙан ғына ышанырға саҡырабыҙ», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алдылар ведомствола. 

фото:Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы телеграм-каналы

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас