Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Апрель , 13:38

Аҡсәскә үҙе теккән кейемдә килеп һоҡландырҙы

Ул Хәйбулла ерлегенә генә хас милли кейем өлгөләрен тергеҙеү менән ихлас шөғөлләнә

Аҡсәскә үҙе теккән кейемдә килеп һоҡландырҙы
Аҡсәскә үҙе теккән кейемдә килеп һоҡландырҙы

"Айыҡ ауыл" конкурсына ярашлы, быйылғы асыҡ яҡлауҙар дауам итә. Бөгөн унда иң беренсе булып Хәйбулла районы делегацияһы сығыш яһаны. Улар араһында һоҡланғыс ҡул оҫтаһы Аҡсәскә Әбделмәнова ла бар.

Ул - Бөрйәндән төшкән килен - Хәйбулла районы Оло Әбеш ауылының йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Музейҙарға йөрөп, китаптарҙан ҡарап, нисек тегелгәнен, сигелгәнен өйрәнеп, Хәйбулла ерлегенә генә хас милли кейем өлгөләрен тергеҙеү менән ихлас шөғөлләнә. "Айыҡ ауыл" конкурсы барышында был эшкә башҡаларҙы ла йәлеп иткән.

#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #ТрезвоеСело2023 #АйыҡАуыл2023 #ФСГОРБ

https://vk.com/kurultaibashkir

 

Автор:
Читайте нас: