1-се Мырҙа ауылынан Зәйтүнә Ҡашкарова һәр бер ҡул эшенә үҙенең күҙ нурын, күңелен һала.Ҡул эштәре бит ул - йәнгә дауа-тыныслыҡ, күңелгә йыуаныс-изге уйҙар, ҡулдарыбыҙ ға шифа, хәрәкәт - бәрәкәт биреүсе. Медицина ла ҡул эштәренең организм өсөн бик файҙалы шөғөл икәнлеген иҫбатлай, хатта ҡайһы бер сирҙәрҙән арындырыусы "доктор" булыуы мөмкин тиелә. Ҡул эштәре оҫталары ла был тылсымлы үҙенсәлекте кире ҡаҡмай. Аҡыл эшенән арығанда ҡул эштәре менән шөғөлләнеүҙән дә яҡшы ял юҡ.