ЙӘМҒИӘТ
27 Март 2024, 07:17

Степнойҙан Йомабикә Фазылова Аҡъяр һәм Степной ауылдары карталарын сигә

Хәйбулла районында республика кимәлендәге күргәҙмә-презентацияға әҙерлек бара

Степнойҙан Йомабикә Фазылова  Аҡъяр һәм Степной ауылдары карталарын сигәСтепнойҙан Йомабикә Фазылова  Аҡъяр һәм Степной ауылдары карталарын сигә
Степнойҙан Йомабикә Фазылова Аҡъяр һәм Степной ауылдары карталарын сигә

Хәйбулла районында республика кимәлендәге күргәҙмә-презентацияға әҙерлек бара

Быйыл апрелдә  Өфө ҡалаһында “Башҡортостандың сигелгән картаһы” фестивале үтә. Ул  Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыныуҙың 450 йыллығын байрам итеү  һәм  башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға арналасаҡ.

Ошо иҫтәлекле даталар сиктәрендә, Хәйбулла районында  фестивалдә тәҡдим ителәсәк  Башҡортостандың муниципаль берәмектәренең сигелгән карталары күргәҙмә-презентацияһына әҙерлек бара. Степной ауылынан Йомабикә Фазылова тәбиғәт ҡомартҡыһы булған Ҡайын-ҡабаҡты сигеү эшен тамамлаған. Хәҙер инде Аҡъяр һәм Степной ауылдары карталарын сигеүгә тотонған. Йомабикә апай ҡул эшендә  географик урын һыҙаттарын, флора һәм фауна, ошонда йәшәгән  халыҡтың традицияларын һәм үҙенсәлектәрен күрһәтеүҙә  төрлө материалдар ҡуллана.


#ВышитыйБашкортостан
#Хайбуллинскийрайон
#УфаМКРБ#УфаРЦНТ#ХайбуллаРДК#АкъярКультура#селоСтепной#Акъярскоесельскоепоселение#Хайбуллинскийрайон#СтепновскийСДК#КультураХайбуллы

Степновский-Сдк Хайбуллинский-Район

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас