“Яңы юл” колхозының Иләс фермаһында алдынғы һауынсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Вәлимә Рәхимйән ҡыҙы Күсәковаға 75 йәш тулды.
Оло юбилейы айҡанлы уны Яңы Ергән ауылы хакимиәте башлығы Рәзифә Тасбулатова һәм Иләс ауылы ветерандар советы рәйесе Миңниса Рәхмәтова ҡотланы.