Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, Мәрйәм Хәйҙәрова һәм Мәҙинә Ишкилдина төрлө йәмәғәт эшендә әүҙемлек күрһәтә, бигерәк тә махсус хәрби операциялағы егеттәргә ярҙам ҡулы һуҙыуға тос өлөш индерәләр.
Ауыл биләмәһе башлығы Азамат Фәнил улы уларға рәхмәт белдерҙе. Шулай уҡ активистарға әүҙем тормош позицияһы, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡандары һәм үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләү эшендә ярҙамдары өсөн Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.