24 март, ял көнө, ауылдың ир - егеттәре Байғусҡар-Әбүбәкер юлындағы һыу үткәргес торбаларҙы ҡарҙан таҙартыу буйынса өмә үткәрҙе.
Ауыл халҡы өмәгә дәррәү ҡушылды. Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Атанов Зөфәр, Баймырҙин Мәжит, Игебаев Вәкил, Хаббин Кәрим, Рәмов Әхтәм, Бүләков Азамат, Күлсинбаев Рәүеф, Айрат, Фәрғәт, Замир Баймырҙиндар. Ә бына Өлфәт Баймырҙин өмә көнөндә 60 йәшлек юбилейы булыуға ҡарамаҫтан, ир-егеттәр менән бергәләп эшкә ҡушылды.
Бына шундай сәмле һәм ғәмле ир-егеттәр йәшәй Байғусҡарҙа.