Рәсәй Президенты Владимир Путин Мәскәү өлкәһендәге «Крокус Сити Холл»да теракттан һуң рәсми мөрәжәғәт менән сығыш яһаны. Дәүләт башлығы йәкшәмбе, 24 мартты, дөйөм милли матәм көнө тип иғлан итте.
«Туғандарын һәм яҡындарын юғалтҡандарға ысын күңелдән ҡайғы уртаҡлашам. Һеҙҙең менән бергә бөтә ил ҡайғыра. 24 мартты дөйөм милли матәм көнө тип иғлан итәм», - тине президент.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә кис Красногорскиҙа билдәһеҙ кешеләр «Крокус Сити Холл»ға һөжүм итә һәм ут төртә. Әлеге сәғәткә мәғлүмәттәр буйынса һәләк булғандар һаны 115 кеше тәшкил итә.
Фото:Тура эфирҙан скриншот