Ил президенты указы менән Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальоны рота командирының хәрби-сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары Жуков миҙалы менән бүләкләнде. Был хаҡта «Башҡорт батальоны» телеграм-каналы хәбәр итә.
Бынан алдараҡ Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар хәрби ҡаҙаныштары өсөн генерал Шайморатов миҙалы менән билдәләнде, наградаларҙы «Шаман» позывнойлы яугир тапшырҙы.