Ғаилә башлығы Марсель Әнүәр улы ғаиләһе өсөн өҙөлөп торған хәстәрлекле атай. Ул бик яуаплы, маҡсаттар ҡуйып йәшәгән, матур күңелле кеше. Магадан ҡалаһында эшләй. Ә Зөлфиә Рәүис ҡыҙы кондитер. Оҫта итеп бәлештәр, торт, десерттар әҙерләй. Ҡул эшенә лә маһир.
“Бала—Хоҙай биргән бүләк”,--ти Юлдашбаевтар. Уларҙың улдары Байрасҡа 9 йәш. 3-сө Аҡъяр мәктәбендә уҡыған малай ротототехника менән шөғөлләнә, матур йырлай һәм бейей. Буш ваҡытында дуҫтары менән футбол уйнарға ярата. Ҡыҙҙары Гөлдәниәгә 8 йәш. Ул да 3-сө Аҡъяр мәктәбендә белем ала. Гөлдәниә әсәһенең ярҙамсыһы. Өй эштәрендә ярҙам итә, бәләкәй һеңлеһен ҡараша, һүрәт төшөрөргә маһир. Бәләкәй Айлинаға 3 йәш. Бәләкәй генә тиһәң дә, бик үҙаллы, аҡыллы ҡыҙыҡай. Ул да һүрәт төшөрөргә, бейергә әүәҫ.
“Ғаилә традициялары һәйбәт күренеш ул”,--ти Зөлфиә Рәүис ҡыҙы. Юлдашбаевтар һәр ялды файҙалы үткәрергә тырыша Тауҙан шыуалар, фотосессия ойоштороп, тәбиғәттә ял итәләр.
Служба семьи в Хайбуллинском районе