Тәғәйен урынға яҡынлашҡан һайын тулҡынланыу арта. Ниһайәт, ун сәғәттән ашыу ваҡыт үтеп, тәғәйен урынға килеп еттек. Гуманитар ярҙам алып килгәнде белеп, көтөп бер һүҙһеҙ генә эскә үткәрҙеләр.
Беҙ ярҙам алып килгән егеттәребеҙҙең базаһы булган бер казармаға туҡтаныҡ һәм командирҙың ҡаршы алғанын көтәбеҙ.Ошо көтөп ултырған ҡыҫҡа ғына ваҡыт араһы, бары тик 15 минуттай ваҡыт, минең тормошомдо бөтөнләй икенсе юҫыҡҡа бороп ебәрҙе.Махсус хәрби операцияла булған егеттәребеҙгә ярҙам итәйек тип йүгереп йөрөгән осорҙа, күп ярҙамдай күреп эшләгән эшебеҙ бәләкәй генә булып тойолдо. Сөнки... ошо 15 минуттай ваҡыт арауығында беҙҙең яндан һалдаттар үтте.Бөтөнләй йәш кенә хәрби хеҙмәтен тултырыусылар, "теге" яҡҡа юл тотоусылар һәм дә яралы егеттәр. Кемдер таяҡҡа таянған, икенсеһе ҡулын аҫып алған.Ошо көтөп ултырған арала эргәлә генә атыу тауыштары яңғыраны. Бик оҙаҡ. Туҡтамаҫтан. Атырға өйрәтәләр икән. Ошо ҡот осҡос тауыш аҫтында беҙҙең имен тормош өсөн барған һуғышта булған егеттәребеҙгә Аллаһы Тәғәлә ярҙамын бирһен.
Уйға батып ултырған ваҡытымда яныма командир килеп тә етте.Ихлас сәләмләп, ҡабалан ғына бер нисә минут аралашып торғандан һуң, үҙенең урынбаҫары менән таныштырып, беҙҙе уның ҡулына тапшырып, үҙе эш буйынса ашыҡты. Беҙҙе көтәләр ине. Беҙҙән дә нығыраҡ иң кәрәкле төнгө приборҙарҙы, кәрәкле инструменттарҙы. Егеттәр йәһәт кенә посылкаларҙы ташырға тотондо.Мин машинанан коробкаларҙы сығарып йөрөгән арала, яндан үтеп барыусы госпиталдә һаулығын нығытыусы хәрбиҙәр: "Гуманитар ярҙам алып килдегеҙме?"-тиеп ихлас ҡыуанып үтеп китәләр.
Коробка тышына яҙылған беҙҙен төркөмдөң эмблемаһында яҙылған районыбыҙҙың исемен күреп: "А где этот район находится?"-тиеп һораусылар ҙа булды. Тимәк, эмблеманы тулыландырып республиканы ла күрһәтергә кәрәк тиеп үҙемсә һығымта яһап, артабан эшемде дауам иттем.Ҡабалан ғына командир урынбаҫары менән аралашып алырға форсат булған арала уға һорауҙарымды бирергә ашыҡтым. Райондаштарыбыҙға, район хакимиәтенә һәм дә ирекмәндәргә бик ҙур рәхмәтен белдерҙе.Тәғәйенләп алып килгән ярҙамдың ошо арала егеттәребеҙгә оҙатылыуы хаҡында хәбәр итте.Үҙе лә ике йыл дауамында махсус
хәрби операцияла булыуын да һүҙ араһында әйтеп үтте. Башҡа төрлө һорауҙарыма биргән яуаптарын был яҙмамда яҙа
алмайым, әммә егеттәребеҙҙе ярҙамдан ташларға ярамай тигән уйым, теләгем меңләтә артты. Иң мөһиме, ҡиммәтле приборҙарға хәрбиҙәр мохтаж.Улар ныҡ ҡиммәтле, әммә ныҡ кәрәкле.Тик улар ғына егеттәребеҙҙең ғүмерен һаҡлап ҡала ала. Тик ошолар булған
осраҡта ғына һәр бер көткән әсә, ҡатын, балалар үҙҙәренең батырын ҡаршы аласаҡ. Тик ошолар булган осраҡта ғына аяуһыҙ һуғыш беҙҙең илебеҙгә килеп етмәйәсәк.
Балаларыбыҙҙың яҡты киләсәге өсөн ярҙам ҡулын бергәләп һуҙырға кәрәк."Кемдәргә ярҙам итәһең?" тиеп һораусылар булыр. Яуабымды яҙып үтәм--унда һеҙҙекеләр,беҙҙекеләр тиеп айырып тороу юҡ.Барыһы ла ярҙамға мохтаж. Беренсе сиратта алғы һыҙыҡта булған егеттәребеҙгә ярҙам күрһәтеү мотлаҡ. Күмәкләгән яу ҡайтарған тиҙәр. Бары тик һеҙҙең ярҙам менән беҙҙең тыныс тормош дауам итәсәк.
P.S Ҡайтыр юлға сығыу менән башыма килгән уйҙар. Аллама шөкөр, әлеге атыш тауыштары бик ҡыҫҡа ваҡытлы булды.Аллама шөкөр, был тауыштар балаларымдан йыраҡта.Мине көткән балаларым, туғандарым, дуҫтарым янына ҡайтыр юлға сыҡтым. Ә егеттәребеҙ билдәһеҙлектә.Уларҙың беҙ бында бер көн менән йәшәйбеҙ тигән смстары йөрәкте урталай телә. Бирешмәгеҙ инде зинһар егеттәр! Ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә тырышасаҡбыҙ. Аллам ғына ярҙамынан ташламаһын!
Фото һәм материал Юлиә Рәис ҡыҙының Бәйләнештә социаль селтәрендәге сәхифәһенән алынды