ЙӘМҒИӘТ
18 Март 2024, 04:33

Абруйлы ағинәй

Ошо көндәрҙә Әбеш ауылынан  Нурия  Әминева 85 йәшен билдәләгән.

Абруйлы ағинәйАбруйлы ағинәй
Абруйлы ағинәй

"Ошо көндәрҙә ауылыбыҙҙың тағы ла бер абруйлы ағинәйе Әминева Нурия Хәбир ҡыҙына 85 йәш тулды.
Әбешкә килен булып төшкәненә лә 55 йылдан ашыу ваҡыт үтеп киткән... Ә ниндәй матур, сағыу ғүмер юлы үтелгән... Тормош иптәше Зәйнетдин ағай мәрхүм менән береһенән-береһе аҡыллы, тырыш, егәрле балалар тәрбиәләп үҫтерҙеләр, юғары белем алырға ярҙам иттеләр. Дүрт балаһы уҡытыусы һөнәрен һайлап, уңышлы эшләп йөрөйҙәр. Килендәренән, кейәүҙәренән дә уңдылар. Хәҙерге көндә бәләкәй ҡыҙы Әлиә, кейәүе Рәфистең ғаиләһендә ҡәҙер-хөрмәттә генә йәшәй ағинәй.
Йылмайып ҡына йөрөгән алсаҡ йөҙлө, ярҙамсыл, егәрле, заманында сәхнәлә өйөрөлөп бейеп һоҡландырған Нурия Хәбир ҡыҙына һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ", - ти әбештәр.

 

Сығанаҡ:Айыҡ ауыл- 2023"-Оло Әбеш ауылы

Абруйлы ағинәй
Абруйлы ағинәй
Абруйлы ағинәй
Автор:
Читайте нас