3209-сы Атингән һайлау участкаһында йәмғеһе 332 кеше һайлау хоҡуғына эйә. Йәштәр ҙә, ололар ҙа әүҙем тауыш бирә. Ике көн эсендә йәғни 15 һәм 16 мартта 202 кеше ил башлығын һайлауҙа ҡатнашҡан. Шулар иҫәбендә ауылдың иң оло вәкилдәренең береһе 84 йәшлек Роза Рәхмәтова ла бар.
Бөгөн тауыш биреүҙең һуңғы көнө, һайлау участкалары иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй.
Һайлау участкаларында 2025 йылда "Уңайлы ҡала мөхите" милли проекты буйынса төҙөкләндерергә теләгән йәмәғәт биләмәһен һайлау буйынса тауыш биреү дауам итә. Шулай уҡ "Рәхмәт" акцияһы дауам итә, ирекмәндәр ҡиммәтле приздар отоу мөмкинлеге биргән куар-билеттар тарата.
Бынан тыш, бөгөн райондың күп кенә ауылдарында Науруз, "Масленица" байрамдары, йәрминкәләр ойошторола.