ЙӘМҒИӘТ
16 Март 2024, 03:52

Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙың икенсе көнө старт алды

Хәйбулла районында  60 һайлау участкаһы үҙ эшен дауам итә

Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙың икенсе көнө старт алдыРәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙың икенсе көнө старт алды
Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙың икенсе көнө старт алды

Ил Президентын һайлауҙа беренсе тауыш биреү көнө тамамланды. Башҡортостанда Рәсәй Президентын һайлауҙың тәүге көнөндә 15 мартта халыҡтың 36,66 проценты, ә районда һайлаусыларҙың 36,1 проценты тауыш бирҙе. Һайлаусыларҙың килеүе буйынса Степной, Ивановка, Оло Әбеш, Рафиҡ, Аҡназар ауылдары алда бара. Шуныһы ҡыуаныслы: күп кенә хәйбуллалар һайлау участкаларына үҙҙәренең гражданлыҡ позицияһын белдереү өсөн тотош ғаиләләр менән килде. 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15, 16 һәм 17 мартта Рәсәй Федерацияһы халҡы дәүләт башлығын һайлай. Был мәлдә һәр беребеҙ илебеҙҙең киләсәгенә йоғонто яһай ала. Барығыҙҙы ла һайлау участкаларына килергә һәм гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә саҡырабыҙ. Хәйбулла районында 60 һайлау участкаһы 15, 16 һәм 17 мартта урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 8:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.  
Әйткәндәй, районда йәмғеһе 21 меңдән ашыу кеше һайлау хоҡуғына эйә, шуларҙың 200 самаһы тәүге тапҡыр тауыш бирәсәк. 

 

Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙың икенсе көнө старт алды
Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙың икенсе көнө старт алды
Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙың икенсе көнө старт алды
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас