ЙӘМҒИӘТ
16 Март 2024, 11:55

Игеҙәк ҡыҙҙар тәүге тапҡыр тауыш бирҙе

Илсинә һәм Илсиә Илбәковтар Аҡъяр ауылының 3205-се һайлау участкаһында гражданлыҡ бурысын үтәне

Игеҙәк ҡыҙҙар тәүге тапҡыр тауыш бирҙеИгеҙәк ҡыҙҙар тәүге тапҡыр тауыш бирҙе
Игеҙәк ҡыҙҙар тәүге тапҡыр тауыш бирҙе

Икенсе көн инде хәйбуллалар Рәсәй Федерацияһы Президенты өсөн тауыш бирә. Мәҫәлән, Аҡъяр ауылында тәүге тапҡыр игеҙәк ҡыҙҙар тауыш бирҙе. Илсинә менән Илсиә Сибай күп профилле колледжында уҡый, әлеге ваҡытта Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында практика үтә. Улар тыуған ауылында тауыш биреү өсөн махсус рәүештә өйҙәренә ҡайтҡандар. Һайлау участкаһына ҡыҙҙар әсәйҙәре менән бергә килгәндәр.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15, 16 һәм 17 мартта Рәсәй Федерацияһы халҡы дәүләт башлығын һайлай. Был мәлдә һәр беребеҙ илебеҙҙең киләсәгенә йоғонто яһай ала. Барығыҙҙы ла һайлау участкаларына килергә һәм гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә саҡырабыҙ. Хәйбулла районында 60 һайлау участкаһы 15, 16 һәм 17 мартта урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 8:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.  Әйткәндәй, районда йәмғеһе 21 меңдән ашыу кеше һайлау хоҡуғына эйә, шуларҙың 200 самаһы тәүге тапҡыр тауыш бирәсәк.

Игеҙәк ҡыҙҙар тәүге тапҡыр тауыш бирҙе
Игеҙәк ҡыҙҙар тәүге тапҡыр тауыш бирҙе
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас