ЙӘМҒИӘТ
15 Март 2024, 04:49

Ил яҙмышы хәл ителгәндә...

Оло йәштәгеләр гражданлыҡ бурысына яуаплы ҡарай.

Ил яҙмышы хәл ителгәндә...Ил яҙмышы хәл ителгәндә...
Ил яҙмышы хәл ителгәндә...

Аҡъяр ауылында район мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 3203-сө һайлау участкаһы эш башлағандан алып бында халыҡ әүҙем тауыш бирә. Һайлау комиссияһы ишеге асылыуҙың тәүге минуттарында уҡ тиҫтәләгән кеше гражданлыҡ бурысын үтәне. Шулар иҫәбендә 70 йәшлек Рәсиә Абдуллина ла бар. Үҙ ғүмерендә ул бик күп тапҡыр һайлауҙарҙа ҡатнашҡан, гражданлыҡ бурысына гелән яуаплы ҡараған. Инәй ил киләсәге өсөн мөһим тауыш биреүҙән был юлы ла ситтә ҡалманы. Мәғариф хеҙмәте ветераны Зәкиә Асаинова ла тәүгеләр рәтендә һайлауға килде. "Һайлауҙарҙа даими ҡатнашам, бер ваҡытта ла ҡалдырғаным юҡ. Донъялар имен торһон, киләсәгебеҙ яҡты булһын. Ике ейәнем әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнаша, уларға һәм бөтә ир-егеттәрҙең имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйем", - тине Зәкиә Нурғәле ҡыҙы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15, 16 һәм 17 мартта Рәсәй Федерацияһы халҡы дәүләт башлығын һайлай. Был мәлдә һәр беребеҙ илебеҙҙең киләсәгенә йоғонто яһай ала. Барығыҙҙы ла һайлау участкаларына килергә һәм гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә саҡырабыҙ. Хәйбулла районында 60 һайлау участкаһы 15, 16 һәм 17 мартта урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 8:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.  Әйткәндәй, районда йәмғеһе 21 меңдән ашыу кеше һайлау хоҡуғына эйә, шуларҙың 200 самаһы тәүге тапҡыр тауыш бирәсәк.

 

Фотоларҙа: 88 йәшлек Зәйтүнә Аралбаева, 84 йәшлек Гөлзифа Аблаева һәм 87 йәшлек Дамир Аҡҡусҡаров.

Ил яҙмышы хәл ителгәндә...
Ил яҙмышы хәл ителгәндә...
Ил яҙмышы хәл ителгәндә...
Ил яҙмышы хәл ителгәндә...
Ил яҙмышы хәл ителгәндә...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас