Һуңынан асыҡланыуынса, мутлашыусылар ҡыҙҙың мессенджерҙағы профиленә үтеп инеп, чатта уның тауыш хәбәрҙәренең оригиналдарын таба, шулай уҡ уның контакттары тураһында мәғлүмәт ала.
Компьютер программаһы ярҙамында ҡыҙҙың тауышын үҙҙәренә кәрәгенсә үҙгәртеп, яуыз ниәттә файҙаланалар ҙа инде.
Ир аҡса күсергәс кенә һеңлеһенә шылтыратып, уның профиленә инеү мөмкинлеген юғалтҡанын һәм аҡса һорамауын белә.
Был турала таныштарығыҙға һәм туғандарығыҙға әйтегеҙ. Яҡынығыҙ аҡса һораған хәлдә лә, иң тәүҙә шылтыратып, белешегеҙ!
Фото: https://web.telegram.org/a/#-1002084555566
Автор:Баныу Ҡаһарманова.