ЙӘМҒИӘТ
11 Март 2024, 10:40

Сиҙәм егете – Бөтә донъя фестивалендә

1 марттан 7-һенә  тиклем Сочи ҡалаһында «Сириус» федераль биләмәһендә Бөтә донъя йәштәр  фестивале үтте.  Башҡортостан Республикаһы  делегацияһы составында яҡташыбыҙ, Сиҙәм ауылы егете Вилдан Иҫәнгилдин да ҡатнашты.

Сиҙәм егете – Бөтә донъя фестивалендәСиҙәм егете – Бөтә донъя фестивалендә
Сиҙәм егете – Бөтә донъя фестивалендә

1 марттан 7-һенә  тиклем Сочи ҡалаһында «Сириус» федераль биләмәһендә Бөтә донъя йәштәр  фестивале үтте.  Ул бөтәһе 180 илдән, шул иҫәптән Белоруссия, Бөйөк Британия, АҠШ, Панама, Венесуэла, Германия, Франция, Һиндостан, Ҡытай, Исландиянан 20 мең ҡатнашыусыны йыйҙы.  Башҡортостан Республикаһы  делегация составында яҡташыбыҙ, Сиҙәм ауылы егете Вилдан Иҫәнгилдин да ҡатнашты.

Вилдан Фазылйән улы беҙҙең менән бәйләнешкә сығып, үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

  • Сочи ҡалаһында «Сириус» федераль биләмәһендә үткән йәштәр фестивале  – ул донъялағы 180 илдән 20 меңдән ашыу ҡатнашыусыны берләштергән мөһим ваҡиға. Халыҡ-ара  кимәлдәге сараны үткәреү рекорд булып тора: фестивалдә ҡатнашырға теләүсе 300 меңдән ашыу заявканан, 20 меңдән ашыу кеше һайлап алынған. Башҡортостан Республикаһы делегацияһы составына 180 ҡатнашыусы инде. Улар араһында йәмәғәт ойошмаларының йәш лидерҙары, әүҙем студенттар, ирекмәндәр, йәш педагогтар, бизнесмендар, эшҡыуарҙар булды. Әлбиттә, улар ҙа  һайлап алынды. Ҡатнашырға теләүсе һәр йәш кеше үҙе тураһында портфолио, эссэ, видео-визитка әҙерләргә тейеш ине. Иң күп балл йыйыусылар араһынан фестивалдә ҡатнашыусылар исемлеге әҙерләнде.

Быйыл фестиваль халыҡ-ара йәштәр хеҙмәттәшлеген үҫтереү маҡсатында үткәрелде.  Фестиваль программалары  бай һәм сағыу булды.  Лекциялар, дискусиялар, күргәҙмәләр, акциялар, мәҙәни, спорт саралары, концерттар һәм башҡа саралар үтте. Европа, Америка, Африка, Океания, Азия, Көнсығыш илдәренән  ҡатнашыусылар булды.  Фестиваль бөтә донъянан яңы дуҫтар, фекерҙәштәр табыу мөмкинлеген бирҙе.

Миңә ҡалһа, фестивалде грандиоз асыу һәм ябыу саралары бик сағыу күренеш булды. Унда бөтә донъя йәштәре илебеҙҙең алдынғы ҡаҙаныштарын күҙәтә, Рәсәй Президенты менән аралаша, матур мәҙәни  сығыштарҙы күрә алды.  Башҡортостан делегацияһын айырым билдәләп үтергә теләйем. Беҙ ҙур төбәк стенд әҙерләнек. Ул фестиваль ҡунаҡтары араһында популярлыҡ менән файҙаланды. Стендта улар республикабыҙ үҙенсәлектәре, белем биреү, тарихи, ижади, мәҙәни ҡаҙаныштар, милли аш-һыу менән таныша, башҡорт балын тәмләй алыу мөмкинлегенә эйә булды. Ғөмүмән республикабыҙ төрлө саралар үткәреп, үҙен ыңғай яҡтан күрһәтә алды.

Бындай донъя кимәлендәге фестиваль илебеҙҙә 4-се тапҡыр үткәрелә һәм  ул әүҙем йәштәргә үҫешергә, аралашырға, тәжрибә уртаҡлашырға, икенсе ил йәштәренең ҡыҙыҡһыныуҙарын белергә, хеҙмәттәшлек булдырырға мөмкинлек бирә, - тине Вилдан Иҫәнгилдин.

Вилдан Фазылйән улы 2014 йылда Сиҙәм урта мәктәбен алтын миҙалға тамамлаған. Башҡорт дәүләт университетының философия һәм социология факультетын, артабан сәйәси менежмент һәм йәмғиәт менән бәйләнеш йүнәлеше буйынса магистратураны ҡыҙыл дипмломға тамамлаған. Бөгөн Вилдан М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында тәрбиә эше һәм йәштәр сәйәсәте буйынса департамент директоры булып эшләй.

Сиҙәм егете – Бөтә донъя фестивалендә
Сиҙәм егете – Бөтә донъя фестивалендә
Сиҙәм егете – Бөтә донъя фестивалендә
Сиҙәм егете – Бөтә донъя фестивалендә
Сиҙәм егете – Бөтә донъя фестивалендә
Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас