Милли лотерея Яңы йыл тиражында бер миллион һум отҡан, әммә отош һорап мөрәжәғәт итмәгән Башҡортостан миллионерын эҙләй. Был хаҡта лотерея операторының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Бәхетле билетты Рәсәй Почтаһының Салауат ҡалаһындағы бүлексәһендә һатып алғандар.
Еңеүсе операторға отоуы тураһында отош йомғаҡтары иғлан ителгәндән һуң ете ай эсендә хәбәр итергә тейеш. Был осраҡта 2024 йылдың 31 июленән дә һуңға ҡалмай. Тираж үткәрелгәндән һуң 3,5 йыл эсендә алынмаған отоштар Рәсәй Федерацияһы бюджетына күсерелә.