ЙӘМҒИӘТ
8 Март 2024, 17:32

Яугирҙарға 1200 ваҡ бәлеш һәм пирожный ебәрелде

   

Яугирҙарға 1200 ваҡ бәлеш һәм пирожный ебәрелдеЯугирҙарға 1200 ваҡ бәлеш һәм пирожный ебәрелде
Яугирҙарға 1200 ваҡ бәлеш һәм пирожный ебәрелде

Нефтекаманан Зинифа Умурбаева махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға 1200 ваҡ бәлеш һәм «Ҡырмыҫҡа иләүе» пирожныйын ебәреүҙе ойошторған. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәтенән хәбәр иттеләр.

Билдәле булыуынса, ҡамыр ризыҡтары юлда боҙолмаһын өсөн тәүҙә уларҙы туңдырып алғандар.

«Беҙ улар аҙ ғына булһа ла өй йылыһын тойһон өсөн тырыштыҡ. Яугирҙарыбыҙға тиҙерәк иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ», - ти ханым.

Хәбәр иткәнебеҙсә, махсус хәрби операция зонаһына республиканан ҙур гуманитар ылау барып етте.

Фото:Башҡортостан хөкүмәте

Сығанаҡ:Башинформ.

Яугирҙарға 1200 ваҡ бәлеш һәм пирожный ебәрелде
Яугирҙарға 1200 ваҡ бәлеш һәм пирожный ебәрелде
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас