Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә Хәйбулла районының дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ҡатын-ҡыҙ водителдәрҙе 8 Март байрамы менән ҡотланы. Инспекторҙар гүзәл заттарға сәскәләр тапшырҙы, бәхет, һаулыҡ һәм хәүефһеҙ юл теләне. Тәбрикләүҙәрҙән тыш, инспекторҙар ҡатын-ҡыҙҙарға юл-транспорт дисциплинаһын үтәргә кәрәклеген дә иҫкә төшөрҙө. Үҙ сиратында ханымдар Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренә яҡшы кәйеф, йылы теләктәр өсөн рәхмәт белдерҙе. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәргә вәғәҙә итте.
фото:ЮХХДИ.