ЙӘМҒИӘТ
1 Март 2024, 05:38

Сәскәләре күҙҙең яуын ала

Аҡъяр ауылынан Дилбәр Рәхмәтова  ләлә сәскәләрен үҫтерә.

Сәскәләре күҙҙең яуын алаСәскәләре күҙҙең яуын ала
Сәскәләре күҙҙең яуын ала

Аҡъяр ауылында  йәшәүсе Дилбәр Рәхмәтова өй шарттарында күҙҙең яуын алып торған матур ләлә сәскәләрен үҫтерә. Уға тормош иптәше ярҙам итә.

- Ләлә сәскәһе – ул  яҙ һәм наҙ символы. Өй шарттарында үҫтергән тюльпандар күпкә нығыраҡ була һәм оҙаҡ һулымай өйгә йәм биреп  ултыра. Ҙур етештереүселәр менән сағыштырғанда беҙ үҫтергән сәскәләрҙең  күләме - диңгеҙҙәге тамсы, әммә башланғыс һалынған, киләһе йылдарҙа ла үҫтерергә уйлайбыҙ, - ти Дилбәр.

Дилбәр Рәхмәтова өлгәшелгәндә генә туҡталырға йыйынмай. Ул үҫтергән тюльпандар район халҡын оҙаҡ йылдар ҡыуандырыр әле.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас