Район хакимиәтендә үткән сираттағы оперативкала район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға миҙал, Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
-Ике йыл инде махсус хәрби операция бара. Яугирҙар алғы һыҙыҡта үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, илебеҙ, дәүләтебеҙ киләсәген, беҙҙең тыныс тормошто һаҡлай. Шуға күрә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы бөтә ир-егеттәргә, айырыуса әле залда ултырыусы яугирҙарға ҡаһарманлыҡтары, илһөйәрлектәре өсөн рәхмәт белдерәм. Барығыҙға ла һаулыҡ, ғаиләләрегеҙгә еңеү менән иҫән-һау тиҙерәк ҡайтыуығыҙҙы, ерҙә тыныслыҡ урынлашыуын, илебеҙ үҫешен теләйем, - тине Рөстәм Динислам улы.
Башҡортостан Башлығы указы менән хәрби бурысын намыҫлы үтәгәне өсөн махус хәрби операцияла ҡатнашыусы “Казах” позывнойлы яугирға генерал Шайморатов миҙалы һәм Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаты тапшырылды.
Актив гражданлыҡ позицияһы, патриотизмдың сағыу өлгөһө булғаны, махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурысын үтәгәне өсөн “Абу” һәм “Братка” позывнойлы яугирҙар район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.