"Айыҡ ауыл-2023" республика бәйгеһендә ҡатнашыусы Оло Әбеш ауылына күрше Ырымбур өлкәһенең Башбүре ауылынан килен төштө!
Борондан килгән матур йола буйынса киленде бөтә ауыл менән ҡаршы алдыҡ. Ап-аҡ меңдәргә баҫтырғас, бейеме, ағинәйҙәр изге теләктәрен еткерҙе, йәштәргә бәхетле ғүмер теләнеләр.
Зәкир һәм Снежана Рәшитовтарға мөхәббәткә күмелеп, бер-береһен аңлап, бәхетле йәшәүҙәрен теләйбеҙ!