ЙӘМҒИӘТ
24 Февраль 2024, 15:20

Яҡташыбыҙ, билдәле режиссёр Айнур Асҡаров Әбеш ауылы халҡына телактәшлек белдереп, видеояҙма ебәргән.

-

"Күренекле режиссёр, продюсер, сценарист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Айнур Асҡаров Әбеш ауылы халҡына телактәшлек белдереп, видеояҙма ебәргән. Айнурҙың әсәһе Сәриә - Әбеш ҡыҙы һәм Айнурҙың бала саҡ хәтирәләре беҙҙең ауыл менән бәйләнгән. Ҙур рәхмәт билдәле яҡташыбыҙға! Айнурҙың үҙенә лә артабан да уңыштар, яңынан- яңы үрҙәр теләйбеҙ!",- тип хәбәр итә әбештәр.

 

Сығанаҡ:"Айыҡ ауыл- 2023"-Оло Әбеш ауылы

Автор:
Читайте нас