2024 йыл Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр хаҡында хәстәрлек күреү йылы тип иғлан ителде. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе мөғжизәләргә ышаныу берләштерә, һәм һәр беребеҙ уларға тылсымды күрергә ярҙам итә ала, бының өсөн беҙгә бары тик үҙ йөрәгебеҙҙе асырға кәрәк. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың хыялдарын бойомға ашырыу маҡсатында районда «Ҙур йөрәк – Большое сердце» хәйриә марафоны ойошторола. Уны муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов башлап ебәрҙе. Ул планшет тураһында хыялланған бәләкәй Ринат Бикташевтың теләген тормошҡа ашырҙы. Рәхмәт йөҙөнән Ринат йыр-моңға һәләтен күрһәтеп, тамашасыларға йыр бүләк итте.
Әйтергә кәрәк, «Ҙур йөрәк – Большое сердце» хәйриә марафоны йыл буйына барасаҡ, уға оло йөрәкле һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға шатлыҡ бүләк итергә теләгән һәр кем ҡушыла ала.