ЙӘМҒИӘТ
18 Февраль 2024, 05:10

Бындай егеттәр менән ғорурланырға була!

Оло Әбеш халҡы ауылдашының иҫән-һау һәм еңеү менән ҡайтыуын көтә

Бындай егеттәр менән ғорурланырға була!Бындай егеттәр менән ғорурланырға була!
Бындай егеттәр менән ғорурланырға була!

Борон замандарҙан уҡ шулай булған: илгә хәүеф-хәтәр янағанда, ысын ир-егеттәр һәр саҡ ҡулдарына ҡорал алып, үҙ теләге менән Ватанды, ғаиләһен дошмандан һаҡларға киткән. Был хәҡиҡәт бөгөн дә үҙгәрешһеҙ ҡала. Күптән түгел махсус хәрби операция барған зонанан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яҡташыбыҙ — «Шкипер» позывнойлы хәрби менән әңгәмә ҡорорға форсат тейҙе. Оло Әбеш ауылы егете уҙған йылда үҙ ирке менән контракт төҙөп, СВО биләмәһенә юлланған.

Ул мәктәптә уҡыған йылдарынан спорт менән мауыға. Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы көстәре сафына саҡырылып, Тыуған ил алдындағы хәрби бурысын намыҫ менән үтәгән. Башта Ырымбур өлкәһендә, ә һуңынан ҡырыҫ тәбиғәтле Байҡал аръяғы крайы Борзя ҡалаһында, Ҡытай һәм Монголия илдәре менән сик буйҙарында һауа һөжүменән һаҡланыу (ПВО) ғәскәрҙәре составында хеҙмәт итә.

Украинала махсус хәрби операция башланғас, илебеҙҙең ысын патриоты булған егеттең унда барыу теләге көслө була. Һәм ул Рәсәй көнөндә – уҙған йылдың 12 июнендә Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә ҡарар итә. «Шкипер» әлеге ваҡытта прапорщик званиеһында миномёт наводчигы булып хеҙмәт итә. Форсаттан файҙаланып, яугир гуманитар ярҙам өсөн барлыҡ яҡташтарыбыҙға ысын күңелдән рәхмәтен еткерҙе.

—Аллаға шөкөр, ҡорал менән, башҡа кәрәк-яраҡтар менән яҡшы тәьмин ителгәнбеҙ. Бында гуманитар ярҙам килеп етәме, тип ҡыҙыҡһынған яҡташтарыбыҙҙы тынысландыраһы килә: һеҙ ебәргән барлыҡ йөктәрҙе лә алабыҙ, ҙур рәхмәт! Тыуған яғыбыҙҙан килгән хат-сәләмдәр, посылкалар һәр хәрби хеҙмәткәрҙең күңелен йылыта, хәрби рухын күтәрә. Атингән ауылы мәктәбе уҡыусыларының балаларса ихлас, йылы итеп яҙылған хаттарын бер нисә тапҡыр уҡығанда ла, күңелдәр тулып китә ине. Улар рухи көс бирә, иртәгәһе көндөң яҡты буласағына ышанысты тағы ла арттыра, – ти яугир.

Ҡыҫҡа ялы ваҡытында ул шулай уҡ туған мәктәбенә барып, уҡыусылар менән аралаша, һорауҙарына яуап бирә һәм балалар өсөн төрлө форматтағы патриотик саралар уҙғарыу мөһимлеген билдәләне. Элекке уҡыусыһы менән уҡытыусылар, уҡыусылар, бөтә ауыл халҡы хаҡлы рәүештә ғорурлана. Улар ауылдашының иҫән-һау һәм тиҙ арала еңеү менән ҡайтыуын көтөп ҡала.

«Бөгөнгө көндә үҙ теләге менән контракт буйынса хеҙмәт итергә теләүселәргә һәм, ғөмүмән, махсус хәрби операцияға юлланыусы яҡташтарыбыҙға ниндәй кәңәш-теләктәр бирер инегеҙ?» — тигән һорауға ла төплө яуап ҡайтарҙы әңгәмәсем.

—Беҙ бик мөһим операцияның алғы һыҙығында. Бында мобиль булыу шарт, сөнки дошман дрондары ҙур хәүеф тыуҙыра.  Һис шикһеҙ, ҡатмарлы шарттар, ундағы мөхит ныҡ сыныҡтыра. Беренсенән, ауыр хәлдәрҙә юғалып ҡалмаҫҡа, бирешмәҫкә өйрәндем. Шулай уҡ бында ғәжәйеп ҙур тәжрибә тупланым. Иң мөһиме – үҙеңде ҡулда тоторға, юғалып ҡалмаҫҡа, үҙеңде рухи яҡтан әҙерләргә кәңәш итер инем. Әлбиттә алғы һыҙыҡта бер-берегеҙгә ярҙам ҡулы һуҙыу, берҙәм булыу мөһим. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн контракт төҙөп, ил-йортобоҙға тыныслыҡ килтерергә теләүселәр бер нимәнән дә ҡурҡмаһындар.  Һис шикһеҙ еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ, — тип яуапланы «Шкипер».

Физик яҡтан да, рухи йәһәттән дә көслө булырға тейеш хәрбиҙәребеҙ, шуға ла махсус хәрби операцияға юлланырға теләүселәргә хәрби әҙерлек кәрәклеген әйтте яугир.  Тыуған тупраҡтың тылсымлы көсө барыбыҙға терәк, киләһе йәш быуынға тыныслыҡ сәңгелдәге булһын өсөн йәшәй һәм хеҙмәт итә аҫыл егеттәребеҙ.  Эйе, бөгөн барыбыҙҙың да теләгебеҙ уртаҡ: донъяла тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, илебеҙҙең именлеген һаҡлап, яуҙа йөрөгән Заһирға һәм башҡа ир-егеттәргә яҡындары янына имен-һау, еңеү менән әйләнеп ҡайтырға яҙһын.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас