Бөгөн Оло Әбҽш ауылы мәҙәниәт йортонда Рәсәйҙә иғлан ителгән Ғаилә йылын һәм Башҡортостанда иғлан ителгән мөмкинселектәрҽ сикләнгән ватандаштарыбыҙ тураһында хәстәрлек йылын асыу тантанаһы үттҽ. Сәхнәгә күтәрелгән һәр ғаилә пары үҙҙәренең ғаиләһе тураһында һәм танышыу тарихын бәйән иттҽ, тамашасыларға изге тҽләктәрен ҽткерҽп һәләттәрен күрһәттҽ. Мөмкинсҽлҽгҽ сикләнгән булыуға ҡарамаҫтан, дәртҽ ташып торған Ринат Бикташҽв сараға йыйылыусы ауылдаштарына йырҙарын бүләк итте, шуның менән күптәргә өлгө күрһәттҽ. Афарин, Ринат!
Сараны асып, Әбҽш ауыл биләмәһҽ башлығы Таһир Юнысов "Айыҡ ауыл 2023" бәйгҽһҽ сиктәрҽндә ауылда "Имҽн йорт" тип исҽмләнгән яңы проҽктты тормошҡа ашырыла башлауын бҽлдҽрҙҽ һәм сарала ҡатнашҡан һәр ғаиләгә янғынды иҫкәртҽүсҽ приборҙар бүләк итте, алдағы көндәрҙә ауылдың барлыҡ йорттарына ла уларҙы ҡуйып сығасаҡтарын белдерҙе. Оло Әбеш янғын һүндереү депоһының ирекле янғын һүндереүселәре Йыһанур Теүәлбаев һәм Йыһангир Ҡыҙрасовҡа "Ирекле янғын һүндҽреүсҽ" тигән танытмалар тапшырылды.
Сәләмәт йәшәүгә, айыҡлыҡҡа ынтылған әбҽштәр был саранан ҙур ҡәнәғәтлҽк мҽнән, күңҽлдәрҽ күтәрҽлҽп таралышты. Афариндар!
#Айыҡауыл2023#Трҽзвоҽсҽло2023