Һаҡмар-Наҙарғол ауыл клубында Ғаилә йылына арналған "Ауыл йәме- татыу ғаиләләр"исемле бик матур байрам сараһы үтте.
Байрамдың беренсе өлөшөндә сәхнә түрендә 46 йыл(Вәлимә һәм Шәрифйән Шәриповтар, Фирҙәүес һәм Ғәфүрйән Яратҡоловтар), 40 йыл (Рәймә һәм Нуритдин Юнысовтар, Фәнүзә һәм Факил Юнысовтар), 30 йыл ( Рәшиҙә һәм Рәис Сәйфуллиндар, Раушания һәм Ғәзим Мөхәмәдйәновтар), 26 йыл ( Эльвира һәм Вил Юнысовтар, "Иң йәш ғаилә"- Гөлиә һәм Зөфәр Шәриповтар һәм ҡәҙерле әсәй- бейеме Мәсүрә еңгәй) бергә бәхетле ғүмер кисергән ғаилә парҙары йәшлек йылдарына әйләнеп ҡайтып, осрашып- күрешеү хәтирәләре менән бүлеште, төрлө һорауҙарға яуап бирҙеләр.Кисә моңло йырҙар һәм дәртле бейеү менән үрелеп барҙы.Һәр ғаиләгә рәхмәт хаты һәм күстәнәстәр таратылды.
Артабан ғаиләлә парҙарына төрлө, ҡыҙыҡлы уйын- бәйгеләр ойошторолдо. Уйын-ярыштарҙа ғаиләләрҙең отҡор, дәртле һәм әүҙем булыуы һоҡландырҙы.Афариндар!
Ауыл халҡы исеменән ғаиләләрҙең бәҫен күтәреп, матур сара ойоштороусы клуб мөдиренә ауыл имамы Ғәфүрйән ағайҙан изге теләктәр, рәхмәт һүҙҙәре әйтелде. Йәмле табын артында байрам сәйе һәм күңелле ритайым- дискотека менән тамамланды сара.
Сакмар Назаргуловский-Ск