ЙӘМҒИӘТ
15 Февраль 2024, 05:40

Утлы Афған яуын үткән

Сәғит ауылынан Ғаяз Нафиҡов Афғанстанда хәрби хеҙмәт юлы үткән яугир-интернационалистарҙың береһе.

Утлы Афған яуын үткәнУтлы Афған яуын үткән
Утлы Афған яуын үткән

Ғаяз Шәкирйән улы 1965 йылда Сәғит ауылында донъяға килгән. Ауылдағы һигеҙ йыллыҡ һәм  Мәмбәт  урта мәктәбен тамамлағас, Юлдыбай һөнәрселек училищеһында уҡый. 1984 йылдың апрелендә армияға алына.

  • Башта өс ай Әрмәнстанда әҙерлек үткәндән һуң, беҙҙе Афғанстанға ебәрҙеләр. Армияла водитель булып хеҙмәт иттем. Был осорҙа ысын ир-егет булып сыныҡтым, тип әйтә алам. Сөнки көн һайын тиерлек үҙең һәм бергә хеҙмәт иткән иптәштәреңдең ғүмере өсөн хәүеф-хәтәр һағалап ҡына тора. Таулы-ташлы оҙон юлға рейсҡа сыҡҡанда дошман һине ҡайҙа, ҡасан ҡаршылауын белмәйһең. Уяулыҡ, етеҙлек, юғалып ҡалмау – был осраҡта бик мөһим ине. Шул ваҡытта водитель булараҡ та оҫталыҡ кәрәк, сөнки минаға эләгеүең бар, - тип әрме хеҙмәте йылдары хаҡында хәтер йомғағын һүтте Ғаяз Шәкирйән улы.

Әле донъяла күреп өлгөрмәгән, йәш кенә егеттәрҙең утлы ғәрәсәткә барып эләгеүен күҙ алдына ла килтереүе лә ҡыйын шул.

-Афған ерендә 2 йыл хеҙмәт иттем. Был осор минең тормошомда оло һынау булды.  Сөнки ул ваҡытта беҙгә, егеттәргә 19-20 генә йәш ине. Яҡташым Аҡъярҙан Хәлим Байғусҡаров менән бергә хеҙмәт иттек. Уның менән бергә армияға повестҡа алғайныҡ. Ул Шинданд ҡалаһында  госпиталдә хеҙмәт итте. Ә Ырымбур өлкәһе Гай районы Ишкенә ауылынан Миңлеәхмәт Шәңгәрәевв менән мәңгелек дуҫ булып ҡалдыҡ. Әлеге көндә лә уның менән шатлығыбыҙҙы ла, ҡайғыбыҙҙы ла бергә уртаҡлашып, аҙна һайын хәлдәребеҙҙе белешеп, дуҫ йәшәйбеҙ.  Ғөмүмән афғансыларҙың дуҫлыҡтары көслө. Интернеттан хеҙмәттәштәр бер-беребеҙҙе табып, мөмкинлек булғанда яҡыныраҡ йәшәгәндәре менән осрашып, аралашып йәшәйбеҙ. Быйыл мин Татарстандан 37 йыл күрешмәгән Илдус исемле хеҙмәттәшем менән осрашып ҡайттым. Байтаҡ йылдар үтһә лә  бергә хеҙмәт иткән егеттәр онотолмай. Афған юлын бергә үткән хеҙмәттәштәремә иң мөһиме, һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйем,  - тип һүҙен дауам итте яугир-интернационалист.

Ғаяз Шәкирйән улы хәрби бурысын намыҫ менән үтәгән өсөн наградаға ла лайыҡ булған. Ул армияла бик хәүефле юлды үтеп, боеприпастарҙы тәғәйен нөктәгә юғалтыуһыҙ алып барып еткергән өсөн  “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. “Был минең өсөн иң юғары награда, сөнки имен-һау ҡалдым”, - ти ул.

Әлеге көндә лә Ғаяз Нафиҡов илһөйәрлек, афғанстан темаларына арналған сараларҙа, осрашыуҙарҙа һәр саҡ ҡатнаша. Йәш быуында Ватанға һөйөү, илһөйәрлек тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерә.

Күп юғалтыуҙар килтергән Афған һуғышы тураһында оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Утлы афған юлын үткән мәҡәләм геройына һәм бөтә яугир-интернационалис­тарға  именлек-һаулыҡ теләп ҡалабыҙ. Көндәр тыныс, күктәребеҙ аяҙ булып, тыныс тормошта йәшәргә насип булһын.

 

Мәҡәлә тулыраҡ гәзитебеҙҙең 7-се һанында.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас