2023 йылдың һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостанда 1-се урын яулаған Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайының ағымдағы йылға ла уй-ниәттәре байтаҡ. Шуларҙың береһе - «Ҡоролтай десанты» проекты сиктәрендә район ауылдары буйлап осрашыуҙар уҙғарыу. Проектҡа бөгөн “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһендә ҡатнашҡан Оло Әбештә старт бирелде һәм бөгөн ауылға ғәҙәти булмаған "десант" килеп төштө.
Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Лариса Мәмбәтова осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙы сәләмләп сығыш яһаны һәм ойошманың эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, милләттәштәрҙе әүҙемлеккә, берҙәмлеккә саҡырҙы. Был көндө ауыл клубында һәм мәктәбендә төрлөмайҙансыҡтар ойошторолдо. Лариса Рәшит ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен ҡараны. Ҡоролтайҙың әүҙем ағзаларының береһе, уңышлы эшҡыуар Илшат Игебаев үҫмерҙәр өсөн бирнә һандығын ҡороу буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Ҡоролтайҙа йәштәр йүнәлешен етәкләүсе Илүзә Кәримова балалар өсөн “Башҡортостанды беләһеңме?” тигән квест-уйынды ойошторҙо. “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзите хәбәрсеһе, ҡоролтай ағзаһы Раян Атанбаев уҡыусылар менән әңгәмә барышында ауылдың тарихы һәм ер-һыу атамалары менән таныштырҙы.
Ә бер үк ваҡытта мәҙәниәт усағының тамашасылар залында "Ағинәйҙәр" һәм "Аҡһаҡалдар ҡоро" ойошмалары ағзалары менән осрашыу барҙы. Ҡоролтай ағзалары - "Ағинәйҙәр" район ойошмаһы етәксеһе Миңзифа Ишемғолова, "Аҡһаҡалдар ҡоро" район ойошмаһы етәкселәре Миңлеғәлим Бохарбаев һәм Зиннур Байбулатов тарафынан ойошторолған йәнле аралашыу барышында көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн бетеү эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтелде. Һуңынан "Ағинәйҙәр" һәм "Аҡһаҡалдар ҡоро" ойошмалары командалары “Алтын тирмә” уйынында зирәклектә ярышып, башҡорт мәҙәниәте һәм тарихы буйынса белемдәрен лайыҡлы күрһәтте. Шулай уҡ сарала ҡатнашыусы һәр кем фойела Ҡоролтай ағзаһы, район тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Рәзилә Байғусҡарова тарафынан ойошторолған “Әбеш ауылының арҙаҡлы шәхестәре” күргәҙмәһе менән яҡындан таныша алды. Дөйөм алғанда, осрашыу Оло Әбеш ауылы халҡы өсөн бик фәһемле һәм файҙалы булды. Өлкәндәр үҙ миҫалында йәштәргә башҡорт теленә, мәҙәниәтенә һәм тарихына һөйөү тәрбиәләп, матур өлгө күрһәтеүҙәрендә, ә балалар туған телебеҙҙе ҡәҙерләп һаҡлаған, милләтебеҙ менән ғорурланған, халҡыбыҙҙың лайыҡлы улдары һәм ҡыҙҙары булып буй еткереүҙәренә ышанысыбыҙ ҙур.
Әйткәндәй, «Ҡоролтай десанты» йыл дауамында райондың бөтә ауыл биләмәләрен дә урап сығасаҡ.