Ғаилә йылында муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов райондың өлгөлө ғаиләләре менән таныштыра. Игнатьевтар ғаиләһе тураһында ла ул Бәйләнештә төркөмөндәге сәхифәһендә бәйән итте.
Өлгөлө йәш ғаиләләрҙең береһе—Игнатьевтар Федоровка ауылында йәшәй. Биш йыл элек Иван менән Арина ғаилә ҡороп, тәүге мәлдә ҡалала йәшәйҙәр. Артабан йәштәр Хәйбулла районына ҡайтырға ҡарар итә. Федоровка ауылында ҡыҙҙары Маша донъяға килә. Ғаилә башлығы Иван фермерлыҡ менән шөғөлләнә, бынан тыш, ауыл биләмәһе депутаты сифатында ла тыуған ауылын үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә. Арина ауыл китапханаһында эшләй. Игнатьевтар тыуған ауылдары ғына түгел, райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашалар. Йәш ғаиләне ауылдаштары ихтирам итә, ярата.
Бәләкәй Ватаныбыҙҙың киләсәге нәҡ Игнатьевтар кеүек йәш кешеләр ҡулында. Ошондай ғаиләләр районда күберәк булһын әйҙә.
.