Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Февраль , 11:48

19 йәшлек тракторсы ҡыҙ

Ҡыҙ һөнәрен икеләнмәйенсә һайлаған

19 йәшлек тракторсы ҡыҙ
19 йәшлек тракторсы ҡыҙ

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова үҙенең телеграм-каналында Әбйәлил районынан йәш тракторсы ҡыҙ менән таныштырҙы. 19 йәшлек Алина Ғәлиуллина райондың «Ҡыҙыл Башҡортостан» ауыл хужалығы предприятиеһында эшләй. Ҡыҙ һөнәрен икеләнмәйенсә һайлаған, сөнки хәҙер инде был ғаилә эшенә әйләнгән.

«Олатаһы, атаһы, ағаһы — бөтәһе лә тракторсылар, — тип хәбәр итте министр. — Баймаҡ колледжын тамамлағандан һуң Алина Хеҙмәт министрлығының мәшғүллек хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеп, эш эҙләүселәр өсөн маҡсатлы социаль ярҙам программаһында ҡатнаша. Социаль контракт төҙөгәс, эше лә табыла, эшкә урынлашҡандан һуң тәүге айҙарҙа һиҙелерлек финанс ярҙамы күрһәтелә».

Ҡыҙ «Ҡыҙыл Башҡортостан» предприятиеһында үткән йылдың сентябренән алып эшләй. Эшен бик ярата, яҙҙы көтә. Әле бригадаһы менән техниканы сәсеүгә әҙерләй. Коллегалары араларындағы берҙән-бер ҡыҙға иғтибарлы, уның эшкә һәләтен бик маҡтай, тип билдәләне Ленара Иванова.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-02-11/semeynoe-delo-glava-mintruda-bashkirii-rasskazala-o-19-letney-traktoristke-3638988

 

Автор:Дарья Субботина

Фото:Ленара Иванова, телеграм

Автор:
Читайте нас: