“Беҙ бергә” шәфҡәтлелек төркөмө командаһында Юлиә Рәис ҡыҙы Ғәлиева эшләй.
Юлиә –биш бала әсәһе. Өлкән улы Искәндәр әрме сафында хеҙмәт итә. Исмәғил улы 8-се, Зөлхизә һәм Зөләйха ҡыҙҙары 3-сө Аҡъяр полилингваль мәктәбендә 7-се һәм 4-се класта уҡый, бәләкәй Зөһрә “Шатлыҡ” балалар баҡсаһына йөрөй. Балалар район мәҙәниәт йортоноң “Сиҙәм” халыҡ ансамблендә бейей, мәктәп янындағы вокал төркөмдә сығыш яһайҙар.
Юлиә Рәис ҡыҙы оҙаҡ йылдар район мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе, методист булып эшләй. Әлеге ваҡытта волонтерлыҡ эше менән берлектә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәрен өйрәнеү, тергеҙеү менән шөғөлләнә.
*БЛАГОТВОРИТЕЛЬНАЯ ГРУППА "МЫ ВМЕСТЕ"*