Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Февраль , 10:12

"Күңел йылыбыҙҙы тойһондар"

Байғусҡарҙар акцияға дәррәү ҡушылып, яугирҙарға 120 окоп шәме әҙерләгән

"Күңел йылыбыҙҙы тойһондар"
"Күңел йылыбыҙҙы тойһондар"

Яугирҙарыбыҙ фронтта уңыштарға өлгәшеүендә ирекмәндәребеҙҙең дә роле ҙур. Улар матди яҡтан ғына ярҙам итеп ҡалмай, һалдаттарҙың рухын күтәрә, тыуған еренең йылыһын ебәрә. Байғусҡар клубында  ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары йыйылып, Земфира Айҙашева етәкселегендә 120 окоп шәмен күмәк көс менән әҙерләп тә ҡуйған.

"Байғусҡар ауылының бөтә ҡатын-ҡыҙҙарына, СВО зонаһында булған яугирҙарыбыҙға күрһәткән ярҙамығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Барыһына ла уңыштар һәм изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!" - ти ойоштороусылар.

фото:Байғусҡар ауылы клубы

"Күңел йылыбыҙҙы тойһондар"
"Күңел йылыбыҙҙы тойһондар"
"Күңел йылыбыҙҙы тойһондар"
"Күңел йылыбыҙҙы тойһондар"
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: