Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Февраль , 13:24

Изге күңелегеҙ өсөн рәхмәт!

Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзалары яугирҙарға кәрәкле дарыуҙар һәм медицина кәрәк-ярағы йыйып тапшырҙы

Изге күңелегеҙ өсөн рәхмәт!
Изге күңелегеҙ өсөн рәхмәт!

Районыбыҙҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәргә ярҙам итеү маҡсатында алып барылған эштең туҡтап торғаны ла юҡ. Йәмәғәт ойошмалары ла был изге ғәмәлдән ситтә ҡалмай. 

Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзалары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙар өсөн дарыуҙар һәм медицина кәрәк-ярағы йыйҙы. Һәм бөгөн ойошма вәкилдәре Миңлеғәлим Бохарбаев һәм Миңзифа Ишемғолова медикаменттарҙы ирекмәндәр штабына тапшырҙы.

"Дарыуҙар яугирҙарға көс өҫтәр, дауаланырға ярҙам итер тип ышанабыҙ. Донъяларыбыҙ имен, ғаиләләребеҙ теүәл булып, егеттәребеҙҙең имен-һау үҙ ғаиләләренә ҡайтыуын теләйбеҙ!”- тигән изге теләктәрен дә еткерә улар.

Афарин, изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә меңләтә әйләнеп ҡайтһын!

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: