Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Февраль , 20:53

Окоп шәмдәре һалдаттарҙы йылытһын!

Атингәндәр йыйылышып яугирҙарға окоп шәмдәре әҙерләне.

Окоп шәмдәре һалдаттарҙы йылытһын!
Окоп шәмдәре һалдаттарҙы йылытһын!

Ҡышҡы һалҡындарҙа махсус хәрби операциялағы егеттәргә окоп шәмдәре айырыуса кәрәк. Ул елдә һүнмәй, төтәмәй. Аҙыҡты йәки сәйҙе эҫетеү, бер аҙ йылынып алыу өсөн дә ярҙамы ҙур. Консерва банкаһы, ҡатырға, парафин ярҙамында окоп шәмдәрен яһап ебәреүселәр арабыҙҙа байтаҡ.

Атингән мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, ауыл китапханасыһы һәм активистар  клубҡа йыйылып, бергәләшеп окоп шәмдәре әҙерләне. "Һалдаттар йылынып, кейемдәрен киптереп, аш-һыу әҙерләһен өсөн окоп шәмдәре яһаныҡ. Ил һағында торған ир-егеттәребеҙгә ярҙам итеү - беҙҙең дөйөм бурысыбыҙ" - ти атингәндәр.

фото:Атингән мәҙәниәт йорто

Окоп шәмдәре һалдаттарҙы йылытһын!
Окоп шәмдәре һалдаттарҙы йылытһын!
Окоп шәмдәре һалдаттарҙы йылытһын!
Окоп шәмдәре һалдаттарҙы йылытһын!
Окоп шәмдәре һалдаттарҙы йылытһын!
Окоп шәмдәре һалдаттарҙы йылытһын!
Окоп шәмдәре һалдаттарҙы йылытһын!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: