Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Февраль , 20:23

Иң яҡшы йәмәғәтселәр билдәләнде

    

Иң яҡшы йәмәғәтселәр билдәләнде
Иң яҡшы йәмәғәтселәр билдәләнде

Элек-электән беҙҙең район үҙенең эшһөйәр, талантлы кешеләре менән дан тота. Улар үҙҙәренең фиҙаҡәр хеҙмәте, ижади инициативаһы, еренә һәм халҡына тоғролоғо менән яҡташтарының ғорурлығы булып тора. Эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреү һәм Хәйбулла районы учреждениеларының, ойошмаларының һәм предприятиеларының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрен дәртләндереү өсөн 2023 йылда йыл һайын үткәрелеүсе «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» муниципаль конкурсы иғлан ителә, унда конкурс комиссияһына 15 номинация буйынса 19 ғариза тапшырыла.

Әбүбәкер ауылы старостаһы Назаров Рамазан Нәсибулла улы «Иң яҡшы староста» номинацияһында, ә Хәйбулла район Советы депутаты Абдуллин Салауат Ғиниәт улы «Иң яҡшы йәмәғәтсе» номинацияһында еңеүсе тип таныла. Ҡотлайбыҙ!

Тулыраҡ мәҡәләне "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 7-се һанында уҡығыҙ.

Иң яҡшы йәмәғәтселәр билдәләнде
Иң яҡшы йәмәғәтселәр билдәләнде
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: