Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол (халыҡ телендә- Вәзәм) ауылының уңған ҡатын-ҡыҙҙарының даны районда ғына түгел, тотош республикала, илдә киң билдәле. "Вәзәм шәлдәре" клубының һуҡма шәлдәре әллә күпме күргәҙмәләрҙә ҡуйылды, бихисап урындар яуланы. Ҡасандыр үҙҙәренең һуҡма шәлдәре менән дан алған ауыл уңғандары әле кейеҙ һуға, йөндән төрлө тәпешкәләр эшләй. Ә бына уларҙың етәксеһе Гөлназ Сурина кейеҙҙән ойоҡ эшләгән һәм Әбйәлилдә йәшәгән әсәһенә бүләк иткән.
Ҡыҙының күҙ нурҙары, күңел йылыһы һалып эшләгән кейеҙ ойоҡ араларҙың йыраҡ булыуын онотторор, аяҡтарын һәр саҡ йылыла тоторға ярҙам итер. Әсәйҙәр өсөн ошонан да ҙур бүләктең булыуы мөмкинме һуң?!
Фото: Гөлназ Сурина.
Автор:Карима Усманова.
https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2024-02-05/e-e-keye-oyo-keyg-nege-barmy-3630420