ӨҘӨК-ЙЫРТЫҠ ХӘТИРӘЛӘР
Ҡайһы бер хикәйәләр нисек башлана әле? Ошолайыраҡ түгелме әле: “Радионан концерт бара. Бына диктор сираттағы йырҙы иғлан итте, һәм шул йыр тәүге нотаһынан уҡ иртәнсәктән нимәгәлер болоҡһоп йөрөгән Фәләнгилдене (Төгәниәне, Фәсмәтйәнде) әллә ҡайҙа борон заманда тороп ҡалған йәшлегенә (үҫмер йылдарына, бәпес сағына) алып китте...” Ошолай башланған хикәйәләрҙе уҡығанығыҙ бармы? Минең уҡығаным бар. Тик мин улайтып башламайым әле. Өҫтәүенә хикәйә лә түгел. Өҫтәүенә радиом да юҡ. Өҫтәүенә...
Әммә барыбер шул йыр арҡаһында ҡайтып киттем тоже ныҡ алыҫта ҡалған, егет булып бешеп етеп килгән үҫмер сағыма. Былтыр ҡулдарҙы һындырып, эшкә эшкинмәй ултырған саҡта, ҡолаҡтарға наушниктар кейеп алып, компьютер аша йырҙарҙы күп тыңланым. Бихисап. Шуның бер һөҙөмтәһеме, эҙемтәһеме булараҡ, “Йырҙарҙың йыртығы юҡ” тигән нәмәкәй ҙә яҙып ташланым хатта. “Башҡортостан” гәзитендә сыҡты, 13 ғинуарҙа.
Күп йырҙарҙы (хәҙер нимә тиҙәр әле – ретро йырҙарҙы), таныш булһалар ҙа, тәү башлап ҡасан ишеткәнемде хәтерләмәйем, хәтерләһәм дә – асыҡ түгел. Ә бына был йырҙы ҡасан, ҡайҙа, кемдән ишетеүем ныҡ иҫтә ҡалған. Ҡалырлыҡ та шул.
Һигеҙҙе бөткәс, туғыҙынсы класҡа мине Аҡъярға бирҙеләр. Кемдең инициативаһы булғандыр – атай-әсәйемдеңме, әллә Аҡъярҙа йәшәгән, үҙҙәренең дүрт балаһы өҫтөнә мине лә һыйҙырған Килдебай ағай менән Менәүәрә еңгәйҙекеме – хәҙер инде мөһим түгел. Ни булһа ла уҡыуҙар башланырҙан бер аҙна алда атайым мине Аҡъярға алып барып ҡалдырҙы.
Бер көндө Килдебай ағайҙарға минән бер йәшкә кесе Урал ҡоҙа (Менәүәрә еңгәйҙең апаһының улы) килеп инде:
– Әйҙә, минең менән барғың киләме? Туратҡа кеше апарып ҡайтырға кәрәк ат менән...
Барғым килмәй буламы! Бер нисә минуттан беҙ Уралдарҙа инек.
Уралдың “кеше” тигәне йәш кенә ике ҡыҙ булып сыҡты. Атаһы Хөрмәт ҡоҙа (йәйәләр эсендә әйтеп китәйем: ул роно тирәһендә эшләй ине. Атҡа хужа булғас, завхоз булғандыр, тием):
– Бына ошо апайҙарығыҙҙы Туратҡа алып бараһығыҙ, улар әйткән ерҙә ҡалдыраһығыҙ ҙа шунда уҡ кире боролаһығыҙ, ¬– тип дилбегәне Уралға тотторҙо.
Ҡыҙҙарҙың береһе: “Оһо, беҙҙе мынауындай егеттәргә ҡурҡмай ултыртып ебәрәһеңме, Хөрмәт ағай”, – тип көлдөрөп тә алды.
Береһе, Уралды ҡушлап, алға ултырҙы, икенсеһе, әлеге шаянырағы, минең менән арҡаға арҡа тура килде лә, ултырыу менән: “Шылыңҡыра әле был яҡҡа, бер-беребеҙҙе терәтешеп ултырайыҡ”, – тип арҡаһын миңә алып килеп тә терәне. Ток һуҡтымы ни мине шул саҡта! Былай ҙа оялып ҡына ултырған кешегә етә ҡалды: сикәләремә гөлт итеп ут ҡабыныуын, арҡамдың шунда уҡ шыбыр тир булыуын тойҙом. Ярай әле оҙаҡ барманыҡ шулай терәлешеп, юғиһә арба тишегенән һыу булып ағып төшөп ҡала инем.
Таналыҡ күперен үтеп, һулға боролоп төшкәс, атыбыҙ лерт-лерт юртыуға күсте. Көн салт аяҙ, йылы. Көҙ яҡынлашыуы һиҙелмәй ҙә. Бер аҙ барғас “минең ҡыҙым” (күрҙегеҙме, уже минеке!) йыр башланы. Уға икенсеһе ҡушылды. Таныш түгел йыр, тәүгә ишетеүем.
Хәтерҙә ул матур айлы кистәр,
Хәтерҙә бормалы һыу юлы.
Онотолмай беренсе саф мөхәббәт,
Онотолмай Ағиҙел һылыуы.
Туратҡа барып еткәнсе бүтән йырҙарҙы ла йырланылар. Әммә быныһы шунда уҡ күңелгә уйылып, тәүге куплеты хәтергә һеңеп ҡалды. Ҡыҙҙарҙы ҡалдырып, ҡайтырға сыҡтыҡ, ә минең күңелдә баяғы йыр яңғырай, шуны көйләп килеш эстән генә. Уралдың:
– Нимә унда шым ғына мөңгөрләп киләһең, ҡысҡырыбыраҡ йырла, – тигәненә терт итеп ҡалдым. Баҡһаң, онотолоп китеп, эстән түгел, “тыштан” да йырлап киләм, имеш.
– Әәә... Йу-у-уҡ. Бая ҡыҙҙар йырлаған бер йырҙы иҫкә төшөрөп киләм... Матур йыр бит.
– Шулай тип ҡотол, – тип көлдө лә Урал, ҡабат өндәшмәне. Ә мин йырҙың хәтерҙә ҡалған ҡушымтаһын эстән генә ҡабатланым да ҡабатланым:
“Онотолмай беренсе саф мөхәббәт,
Онотолмай Ағиҙел һылыуы...”
Тора-бара “Ағиҙел һылыуы” “Һаҡмар һылыуы”на әйләнде. Тик йырлағанда бер ижек етмәй, шуға “Һаҡмарҙың һылыуы” тип көйләп барҙым бер аҙ. Әммә барыбер килешеп етмәгән һымаҡ, “Һаҡмарҙың” тип ялғау ҡушыу. Шул саҡ Ғәленең тағы бер исеме Аҡсура икәнлеге иҫемә килеп төштө. Ысынлап та, онотолмай ине әле Аҡсура һылыуы. Онотолорға, Ғәле мәктәбен тамамлап китеүемә 3 ай ғына бит әле! Нимә тураһында һүҙ барыуын аңламаһағыҙ, түбәндә “Кемдәр генә ғашиҡ, ай, булмаған...” тигән яҙмамды уҡып сығығыҙ.
Ә хәҙер һорау: ҡайҙа икән бөгөн беҙ Туратҡа алып барған шул ҡыҙҙар? Иҫән-һау булһалар (булһындар инде), кәм тигәндә лә 70-кә еткәндәрҙер инде. Ул заманда, уҡытыусылар, тәрбиәселәр етешмәгәнлектән, 10-сыны бөткәндәрҙе лә мәктәпкә эшкә ебәрә торғайнылар. Мин фәҡирегеҙ – быға тере миҫал. Ул ҡыҙҙар ҙа, бәлки, унынсыны ғына бөтөп, Туратҡа йә тәрбиәсе, йә вожатый булып китеп барғандарҙыр. Тураттарҙың өлкән быуыны 1971 йылда мәктәптәренә кемдәр эшкә килгәнлеген иҫләйҙер бәлки? Яҙығыҙ.
Фарит Муртаев