ЙӘМҒИӘТ
4 Февраль 2024, 05:48

Эх, быймаһы ла, быймаһы! Бигерәк йылы быймаһы!

Әбүбәкер ауылында быйма байрамы булып үтте.

Эх, быймаһы ла, быймаһы! Бигерәк йылы быймаһы!Эх, быймаһы ла, быймаһы! Бигерәк йылы быймаһы!
Эх, быймаһы ла, быймаһы! Бигерәк йылы быймаһы!

Эх, быймаһы ла, быймаһы!!!
Бигерәк йылы быймаһы!!!

Ошондай исемле, инде йолаға әүерелгән быйма байрамы булып үтте.
Ҡарлы ҡыш етеү менән һәр ҡайһыбыҙ аяҡ кейеме һайлау тураһында уйлана башлай. Беҙгә, ҡышын сатлама һыуыҡтар булған төбәктә быйманы әллә ниндәй ҙә затлы аяк кейеме лә алмаштыра алмайҙыр ул.
Сөнки быйма - үҙе йылы, уңайлы, йомшаҡ, ышаныслы. Быйма - беҙҙең ауыл кешеләренең алыштырғыһыҙ ышаныслы дуҫы! Йәшәһен быйма!!!
Быйма байрамына олоһо ла, кесеһе лә быймаларын матур итеп биҙәп килгәндәр. Ә инде ут күршеләребеҙ, Атингән ауылынан килгән ҡунаҡтарыбыҙ байрамға мәртәбә генә өҫтәне. Йырлы, бейеүле, күңелле уйындары менән үрелеп барған быйма байрамы бик матур үтте. Байрамдың бағымсылары Федоровка ауыл биләмәһе башлығы Наталья Семеновна Лебедева һәм Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре.

 

Сығанаҡ һәм фотолар: Айыҡ ауыл 2022 - Абубакировский СМФК"

Автор:
Читайте нас