Бөгөн яулыҡ көнө уңайынан Аҡнаҙар ауылында яулыҡ байрамы үткәрелде.
Был кисәгә ҡатын-ҡыҙҙар ниндәй гҽнә төрлө яулыҡ алып килмәгәндәр ине: 1950 йылғы яулыҡтан алып хәҙерге замандың яулыҡтары менән күҙ ҡамашырлыҡ. Боронғо яулыҡтар Килдебаева Мәрғизә, Файза, Ғәрифә, Яйыҡбаева Сәлихә инәйҙәрҙең балалары ошо көнгә тиклем матур итеп һаҡлағандар.Шулай уҡ Азаматова Рәсилә, Ишкилдина Гөлсимә, Рәсимә, Юламанова Әлифә, Килдебаева Хәҙисә һәм Фәнүзә еңгәйҙәрҙең яулыҡ һандығы ла бик бай булып сыҡты.Кисәлә ике команда ла матур итҽп ярышып, дуҫлыҡ еңеп, шәл бәйләнем бейеүе менән тамамлап ҡуйҙыҡ.