ЙӘМҒИӘТ
2 Февраль 2024, 04:57

Батырлыҡ дәресе

Советтар Союзы геройы К.Х. Әхмәтшин исемендәге Әбеш урта мәктәбендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы менән осрашыу үтте.

Батырлыҡ дәресеБатырлыҡ дәресе
Батырлыҡ дәресе

Советтар Союзы геройы К.Х. Әхмәтшин исемендәге Әбеш урта мәктәбендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы менән осрашыу үтте. Ул махсус хәрби операцияның башланыу тарихы, Рәсәй хәрбиҙәренең батырлыҡтары, шулай уҡ армияла хеҙмәт итеүҙең мөһимлеге, Тыуған илгә һөйөү, халҡың алдында хәрби бурысты үтәү тураһында һөйләне. Тылдан килгән ярҙам хаҡында ла һүҙ булды. Осрашыу уҡыусылар өсөн тулҡынландырғыс һәм иҫтәлекле булды. Бындай осрашыуҙар балаларҙа Тыуған ил өсөн ғорурлыҡ тойғоһон тәрбиәләй. Уҡыусылар ысын батырҙарҙың эргәлә генә йәшәгәнлеген белде, батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ, Тыуған илгә һөйөү - былар ысын кешенең сифаттары. Кешенең башҡарған эштәре эҙһеҙ үтмәй. Бөгөн батырлыҡ hәм ныҡлылыҡ өлгөләрен Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Рәсәй армияһы хәрбиҙәре күрһәтә. Әле ялға ҡайтҡан һалдат балаларға батырлыҡ дәресе үткәрҙе, үҙе тураһында һөйләне, һорауҙарға яуап бирҙе. Иң аҙаҡтан ул тыуған мәктәбенә бүләк тә тапшырҙы. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егет мәктәптең тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында ла булды. Был осрашыуҙан һәр кем онотолмаҫ тәьҫораттар алып таралышты. Беҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Һалдаттарҙың иҫән-һау ғаиләләренә әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!

 

Сығанаҡ: район мәғариф идаралығы

Автор:
Читайте нас